SCImago Institutions Rankings | |
Төп тема | Юғары белем |
---|---|
Ил |
![]() |
Әҫәрҙең теле | инглизсә |
Рәсми сайт | scimagoir.com |
SCImago Institutions Rankings (SIR[1]) ― SCImago төркөмө ― Испанияла урынлашҡан фәнни-тикшеренеү ойошмаһы 2009 йылдан алып баҫтырып сығарған[2] ғилми учреждениеларҙың рейтингы. Унда ағза булып Гранада университетынан, Карл Өсөнсө исемендәге Мадрид университетынан, Алькала университетынан, Эстремадура һәм Испанияның башҡа эре белем биреү учреждениеларынан Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса Юғары совет (CSIC) ағзалары инә[3].
Рейтинг биш бүлеккә бүленгән: хөкүмәт, һаулыҡ һаҡлау, юғары белем, шәхси һәм башҡа. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн тикшеренеү һөҙөмтәләре, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү кимәле, нормалләштерелгән импакт һәм мәҡәләләр һаны буйынса баһалар ҡуйыла.
2020 йыл мәғлүмәттәре буйынса, рейтингта Рәсәйҙең белем биреү һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары араһынан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты иң юғары урында тора (584-се урын)[4].
© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search